ӨФӨ, 2014 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда тыуған Диана Нурмөхәмәтова «Романсиада-2014» рус романстарын башҡарыусыларҙың XVIII Халыҡ-ара
конкурсында лауреат булды. Конкурсанттар араһында Бөйөк Британия, Болгария, Молдова, Украина, АҠШ, Македониянан да вәкилдәр бар ине.