11:28 (UTC+5), 18 Декабря 2014

Кинорежиссер Әмир Адразаҡовтың хәтер кисәһендә уның улдары, опера йондоҙҙары Асҡар һәм Илдар сығыш яһаны

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Конгресс-холда Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт эшмәкәре, кинорежиссер Әмир Абдразаҡовтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе булып үтте.
Әмир Адразаҡов (1934-2008) — башҡорт актеры, сценарий яҙыусы һәм кинорежиссер. Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, республиканың Кинематографистар союзы рәйесе, «Ника» Рәсәй кинематография сәнғәте академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй Кинорежиссерҙар гильдияһы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзы идаралығы ағзаһы, «Башҡортостан» киностудияһына нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе директоры.
Республиканың мәҙәни йәмәғәтселеге милли сәнғәттә сағыу эҙ ҡалдырған шәхестең хәтер кисәһенә йыйылды. «Башҡорт туйы», «Бөртөкләп йыйыла алтын» фильмдары, Салауат Юлаевтың тормошо һәм батырлығы тураһында «Һынмаған рух» тарихи-биографик очеркы. Күп йылдар элек төшөрөлөүгә ҡарамаҫтан, был фильмдар әле лә актуаллеген юғалтмай, күп яҡлы башҡорт мәҙәниәтенең визит карточкаһы булып тора.
Алып барыусылар Рушана Бабич менән Айсыуаҡ Йомағолов Әмир Абдразаҡов яҙған шиғырҙарҙы уҡып ишеттерҙе, оҫтаның тормошо һәм эшмәкәрлегенең сағыу мәлдәре иҫкә төшөрөлдө. Программала Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары, Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» төркөмө, йәш йырсы Дилара Иҙрисова ҡатнашты.
Икенсе бүлектә өфөләр халыҡ-ара конкурстар лауреаттары, Мариин театры солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов һәм Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, «Грэмми» премияһына лайыҡ булыусы, Мариин театры һәм Метрополитен-опера театры солисы Илдар Абдразаҡов менән осрашты.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика