14:27 (UTC+5), 16 Декабря 2014

Өфөлә «Урал ауазы» Халыҡ-ара конкурс-фестиваленә заявкалар ҡабул итеү башланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт дәүләт филармонияһында «Урал ауазы» II Халыҡ-ара оркестрҙар һәм халыҡ инструменттары ансамблдәре конкурс-фестиваленә заявкалар ҡабул итеү башланды.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән ойошторолған «Урал ауазы» Халыҡ-ара оркестрҙар һәм халыҡ инструменттары ансамблдәре конкурс-фестивале Өфөлә 2015 йылдың 24-26 мартында үтә. Конкурстың алты номинацияһында халыҡ инструменттары оркестрҙары һәм ансамблдәре, шулай уҡ Рәсәй, сит ил урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарының сәхнәлә сығыш яһау тәжрибәһе булған оркестрҙары һәм ансамблдәре ҡатнаша ала.
Программаға коллектив йәшәгән төбәктең халыҡ көйө һәм башҡорт халыҡ көйө нигеҙендә яҙылған йәки башҡорт композиторы әҫәрҙәрен индерергә тәҡдим ителә.
«Урал ауазы» конкурс-фестивалендә ҡатнашыу өсөн заявкаларҙы һәм материалдарҙы 2015 йылдың 10 мартына тиклем nonirb@rambler.ru адресына ебәрергә кәрәк. Конкурс-фестивалдең художество етәксеһе — Рәмил Ғәйзуллин. 8-961-356-11-51, ойоштору комитеты секретары —Регина Латипова, 8-917-424-76-55.
«Урал ауазы» Халыҡ-ара оркестрҙар һәм халыҡ инструменттары ансамблдәре конкурс-фестивале тәүге тапҡыр 2012 йылда үтте. Унда Үзбәкстандан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Татарстандан, Ҡалмыҡстандан, шулай уҡ Омск, Силәбе, Сибай, Учалы һәм Октябрьский ҡалаларынан 500 музыкант, 35 профессиональ коллектив ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика