12:01 (UTC+5), 12 Декабря 2014

«Китап» нәшриәтендә Өфөнөң тарихы һәм уның сағыу шәхестәре тураһында китап-альбомдар баҫылып сыҡты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә тарих һөйөүселәр өсөн яңы китап-альбомдар баҫылып сыҡты.
Светлана Шитова менән Гүзәл Данукалованың «Тарихи Өфө: Архитектура биҙәлеше сәнғәте» китап-альбомында иҫке ҡаланың матур һүрәттәре бирелгән. Китапта йөҙҙәрсә төҫлө һәм аҡлы-ҡаралы фотолар, губерна осоронда ҡаланың үҫеше хаҡында мәҡәлә һәм архитектура, биҙәү эштәренең төрҙәре тураһында ҡыҫҡаса аңлатмалар урын алған.
Рус һәм башҡорт телдәрендә баҫылған «Хөкүмәт рәйесе. Зекериә Аҡназаров» китап-альбомы күренекле дәүләт эшмәкәренең тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған. Был шәхес тормошоноң сағыу биттәре. Замандаштарының, хеҙмәттәштәренең һәм ябай кешеләрҙең фекерҙәре аша китапта башҡорт халҡының күренекле улдарының береһенең образы ижад ителә һәм эске донъяһы асыла. Ауыл уҡытыусыһынан республика Хөкүмәте башлығына тиклем үрләгән Зекериә Аҡназаров Башҡортостан үҫешенең мөһим этаптарында ҡатнашҡан. Китапты төҙөүселәр – Марсель Ҡотлоғәлләмов, Ғәлиә Нәбиева. Альбомда Зекериә Аҡназаровтың ғаилә архивынан һәм Наил Ғәлиевтың архивынан алынған фотолар файҙаланылған.
Тарихи китап-альбомдарҙы нәшриәт магазиндарында һатып алырға була.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика