10:28 (UTC+5), 12 Декабря 2014

Башҡорт ғалимдары Ҡаҙағстанда уҙған конференцияла башҡорт хикәйәттәре менән таныштырҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 8 декабрҙән 10-на тиклем Аҡтау ҡалаһында (Ҡаҙағстан) «Ноғайлы эпосы һәм Мурын-йырау феномены» тип аталған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Унда Ҡараҡалпаҡстан, Ҡарасәй-Черкес, Татарстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан республикаларының билдәле ғалимдары ҡатнашты. Башҡортостан исеменән конференцияла филология фәндәре докторы, Аҡмулла исемендәге БДПУ-ты профессоры Әхмәт Сөләймәнов менән филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының төп ғилми хеҙмәткәре, С.Баишев исемендәге Аҡтүбә университетының (Ҡаҙағстан) почетлы профессоры, күренекле сәсәниә Розалиә Солтангәрәева сығыш яһаны. Эпик әҙәбиәттең дөйөм төрки һәм ноғай әҫәрҙәренең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде. Башҡорт ғалимдарының сығышы конференцияла ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Аҡтауҙағы конференция Н.Жанторин исемендәге театрҙа сәсән-йырауҙарҙың концерты менән тамамланды. Улар думбыра, ҡыл-ҡумыҙға ҡушылып эпик хикәйәттәр, өләңдәр башҡарҙы, өзләне. Сәсәниә Розалиә Солтангәрәева «Урал батыр» эпосынан өҙөк ишеттерҙе. Уның сығышын тамашасылар алҡыштарға күмде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика