12:33 (UTC+5), 11 Декабрь 2014

Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре наградаға лайыҡ булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡорт Википедияһының 10 йыллыҡ юбилейын байрам итеүгә әҙерлек сиктәрендә уны ойоштороусылар башҡорт һабантуйҙары традицияларын дауам итеп үҙҙәренең әүҙем волонтерҙарын бүләкләне. Яҙыусылар Гүзәл Ситдиҡова менән Гөлнур Яҡупова Башҡорт Википедияһын һәм Викикитапхананы булдырыуҙа ҙур өлөш индергәне өсөн «Викимедиа РУ» коммерция булмаған ойошмаһының махсус дипломына лайыҡ булды. Наградаларҙы Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының 80 йыллыҡ юбилейына арналған кисәлә Башҡорт Википедияһы хакимы Рөстәм Нурыев тапшырҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Вики-Һабантуй 2015»-тең төп ваҡиғаһы – «Википедия һәм мәғлүмәт йәмғиәте» фәнни-практик конференцияһы. Ул 2015 йылдың 24-26 апрелендә Башҡорт дәүләт университеты һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән берлектә уҙа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика