13:45 (UTC+5), 08 Декабря 2014

Вахтангов исемендәге театр Америка Ҡушма Штаттарында башҡорт драматургы Азат Абдуллиндың пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклен тәҡдим итәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Евгений Вахтангов исемендәге Мәскәү дәүләт академия драма театры Америка Ҡушма Штаттарында башҡорт драматургы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллиндың «Раббым баҡсаһы» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклен күрһәтәсәк. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына пьесаның авторы Азат Абдуллин хәбәр итте, ул үҙе лә театр труппаһы менән гастролдәргә бара.
Театрҙа был мәғлүмәттте раҫланылар.
— Эйе, беҙ шаршамбы, 10 декабрҙә, Азат Абдуллиндың «Раббым баҡсаһы» пьесаһы менән Америка Ҡушма Штаттарына гастролдәргә китәбеҙ. Спектаклдең режиссеры – Роман Витюк, - тип һөйләне Вахтангов театрының директор урынбаҫары Григорий Пумашев. — Беҙ Америкаға бер нисә тапҡыр гастролдәребеҙҙе ойошторған билдәле продюсер компанияһының саҡырыуы буйынса барабыҙ. Спектаклде ике тапҡыр Нью-Йоркта, һуңынан Вашингтонда, Филадельфияла, Бостонда күрһәтәсәкбеҙ. Ни өсөн тап ошо пьесаны һайланыҡ? Сөнки бында Рәсәйҙән эмиграцияланған балет артисы Рудольф Нуриев тураһында һүҙ бара. Бынан тыш, Нью-Йоркта ҡуйыласаҡ спектаклгә Михаил Барышников та килергә тейеш.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылдың февралендә Өфөлә Роман Витюк театрының гастролдәре үтте, унда Азат Абдуллиндың «Раббым баҡсаһы» спектакле күрһәтелде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика