07:59 (UTC+5), 08 Декабря 2014

Эстонияла Салауат Юлаев тураһында икенсе китаптың презентацияһы үтте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Таллиндың (Эстония) Теллискиви ижади үҙәгендә 2014 йылдың көҙөндә донъя күргән китаптарҙың презентацияһы уҙҙы. Унда Эстонияның Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, яҙыусылар, мөхәррирҙәр, әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты.
Тәҡдим ителгән яңы китаптар араһында «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни йәмғиәте рәйесе Флүзә Хәйруллина төҙөгән «Эстония иҫләй. Салауат Юлаев» китабы ла бар. Китап башҡорт халҡының милли геройының тыуыуына 260 йыл тулыуға бағышланған. Баҫма Эстонияның «ТЕА» нәшриәтендә эстон һәм рус телдәрендә нәшер ителгән. Китаптың презентацияһы июлдә үтте.
Китаптың икенсе баҫмаһы октябрҙә донъя күрҙе. Унда Эстонияла һәм Башҡортостанда Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуға арнап уҙғарылған сараларҙың фотоһүрәттәре урын алған. Июлдә Эстония делегацияһы Башҡортостанда үткән сараларҙа – башҡорттар ҡоролтайы семинарында, «Салауат йыйыны» этно-фестивалендә ҡатнашты. Шул уҡ ваҡытта Эстонияла Башҡортостан делегацияһы ҡатнашлығындағы саралар уҙҙы.
«Эстония иҫләй. Салауат Юлаев» китабы Эстония мәктәптәре, юғары уҡыу йорттары һәм ҡала китапханаларына таратылды, шулай уҡ «Аполло» китап магазиндарында һатыла.
Әҙәби кисә башҡорт музыкаһы менән тамамланды. Таллин башҡорт йәмғиәте вәкилдәре Илнур Хәйруллин менән Рәсүл Ҡадиров ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа «Уралым», «Хан ҡыҙы», «Гөлнәзирә» башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнаны.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика