04:51 (UTC+5), 08 Декабря 2014

«Башҡортостан» дәүләт концерт залын асыу – ҙур мәҙәни ваҡиғалар теҙмәһенә тәүге аҙым – Рөстәм Хәмитов

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 5 декабрҙә Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһында Мәҙәниәт йылы тамамланыуға арналған тантанала ҡатнашты. Сара ҡабаттан асылған «Башҡортостан» дәүләт концерт залында (элекке «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы) уҙҙы.
Бинаны капиталь ремонтлау 2013 йылда башланды. Уға сифатлы яҡтыртыу һәм тауыш ҡорамалдары, ҙур һәм бәләкәй залдарҙың дизайнын һәм формаларын үҙгәртеү, инженер коммуникацияларын алмаштырыу (йылытыу, елләтеү, һыу менән тәьмин итеү, канализация, электр селтәре), янғын һүндереү системаһын монтажлау инде. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырыуға айырыуса ҙур иғтибар бүленде: инвалидтар өсөн өс лифт һәм пандустар, айырым санузелдар төҙөлдө. Тамашалар залы акустикалы профессиональ концерт залы итеп үҙгәртелде. Түбәне һәм стеналарҙы йөҙләү өсөн заманса акустик материалдар ҡулланылған. Капиталь ремонт эштәрен башҡарыуға 986 миллион һум йүнәлтелгән.
Республика етәксеһе беренсе һәм өсөнсө ҡаттарҙағы фойены ҡараны, камера залының акустик мөмкинлектәрен баһаланы, унда мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Россиниҙың фортепиано өсөн һалынған «Севильский цирюльник» операһынан өҙөк башҡарҙы. Дәүләт концерт залы асылыу айҡанлы Милли симфоник оркестр залында музыканттар башҡорт композиторы Айрат Кәримовтың вальсын уйнаны.
Әлеге көндә был симфоник, шулай уҡ эстрада концерттары, театр постановкалары һәм шоу-программалар уҙғарыу өсөн үҙенсәлекле концерт майҙансығы, тип билдәләне «Башҡортостан» дәүләт концерт залы директоры Алмас Сәйетов.
Тантаналы сарала Мәҙәниәт йылына йомғаҡ яһап, Рөстәм Хәмитов 11 билдәле артистарға, рәссамдарға, музыканттарға, педагогтарға һәм башҡа мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.
- Оҙаҡ йылдар хыялланған ошондай матур залды күргәс, башҡарған эштәребеҙҙең мөһимлеген аңлайһың. Мөмкинлектәр, проектлаусылар, ошондай гүзәллек тыуҙырыусы кешеләрҙе таптыҡ, һәм барыһы ла килеп сыҡты. Бөтәһе лә әҙер булмаһа ла, был инде яңы, күркәм бина. Был ҙур мәҙәни ваҡиғалар теҙмәһенә тәүге аҙым, - тине Башҡортостан Президенты.
Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында мәҙәни үҫеште, кешеләрҙе халыҡ сәнғәте традицияларына йәлеп итеүҙе, гастролдәр эшмәкәрлеген үҫтереүҙе республика етәксеһе Мәҙәниәт йылының төп уңышы тип атаны.
Концерт «Башҡортостан» ҡунаҡхана комплексының ал яғында видеопроекциялы шоу һәм байрам салюты менән тамамланды.
Сығыштың ентекле стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәр исемлеге БР Президентының рәсми сайтында бирелгән.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика