10:37 (UTC+5), 08 Декабрь 2014

Башҡорт Вики-Һабантуйын ойоштороусылар үҙ башланғыстарында ярҙам итеүҙе һорай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡорт Википедияһының әүҙем ағзалары бөтә донъя интернет-энциклопедияһындағы башҡорт телендәге ресурстың 10 йыллыҡ юбилейын билдәләү буйынса әҙерлек эштәрен дауам итә. Әүәлерәк «Башинформ» агентлығында хәбәр ителеүенсә, «Вики-Һабантуй 2015»-тең төп ваҡиғаһы – «Википедия һәм мәғлүмәт йәмғиәте» фәнни-практик конференцияһы. Ул 2015 йылдың 24-26 апрелендә Башҡорт дәүләт университеты һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән берлектә уҙа.
Башҡорт Википедияһының администраторы Рөстәм Нурыев әйтеүенсә, юбилей сараларын ойоштороу өсөн финанс һәм матди ярҙам талап ителә.
Башҡорт Википедияһының 10 йыллығына арналған Вики-Һабантуй 2015 байрамы Рәсәй һәм сиктәш илдәр халыҡтарының телдәр бүлеген үҫтереүгә, Википедияны һәм Викимедианың башҡа проекттарын популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
Әлеге көндә башҡорт Википедияһында яңы мәҡәләләр конкурсы ойошторолған, график материалдарҙы эшләү өсөн ижади оҫтахана бар. Википедияның бөтә телдәр бүлегендә Башҡортостан хаҡында халыҡ-ара мәҡәләләр бәйгеһен иғлан итеүгә әҙерлек бара.
Киләсәктә ойоштороусылар йәмәғәт, мәғариф, фәнни учреждениелар, нәшриәттәр һәм китапханалар менән хеҙмәттәшлек сиктәрендә берлектәге проекттар эшләргә, шулай уҡ презентациялар, осрашыуҙар, лекциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ кластары уҙғарырға ниәтләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика