05:36 (UTC+5), 05 Декабря 2014

Өфөлә Мәҙәниәт йылын тантаналы ябыуҙа конкурс еңеүселәрен һәм грант алыусыларҙы бүләкләйәсәктәр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Йома, 5 декабрҙә, Башҡортостан Республикаһында Мәҙәниәт йылын тантаналы ябыу саралар циклы уҙасаҡ. Алдан «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы был датаға арналып «Башкортостан» дәүләт концерт залының (элекке «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы) асыласағын хәбәр иткәйне.
БР Мәҙәниәт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, байрам программаһы иртә менән башлана. 11-ҙә Башҡортостан Республикаһында Мәҙәниәт йылына арналған күргәҙмә үҙ эшен башлай, инеү ирекле.
Төшкө икелә Дәүләт концерт залында Башҡортостан Президенты грантына конкурста еңеүселәргә дипломдар, «Иң яҡшы моделле Мәҙәниәт йорто» сертификаттарын тапшырыу, «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» республиканың муниципаль берәмектәре араһында Республика мәҙәни саралар марафоны, «КЛУБ*ОК» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү, «Turkvision» халыҡ-ара конкурсында өсөнсө урын яулаусы «ZAMAN» этно-фольклор төркөмөн наградлау уҙасаҡ.
Башҡортостанда Мәҙәниәт йылын рәсми рәүештә ябыуға арналған, республиканың сәнғәт оҫталары һәм Йәштәр симфоник оркестры ҡатнашлығында, гала-концерт киске дүрттә башлана.
Сараға республика етәкселеге вәкилдәре, хакимиәттәр башлыҡтары, мәҙәниәт бүлектәре начальниктары, дәүләт мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре, мәҙәниәт һәм сәнғәт ветерандары, эшмәкәрҙәре, йәмәғәт берләшмәләре һәм ижади союздар вәкилдәре, иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, бүләкләнеүселәр саҡырылған.
Исемле йылды ябыуға шулай уҡ Өфө художество галереяһында БР Рәссамдар союзының 80 йыллығына арналған «Башҡортостан Республикаһының һынлы сәнғәте» республика күргәҙмәһе һәм «Урал» галереяһында «Боронғо ҡала серҙәре» фотолар һәм артефакттар күргәҙмәһе арналған.
«Башкортостан» дәүләт концерт залы бинаһындағы видеотамашаны өфөләр киске сәғәт алтыла ҡарай ала.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика