Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
23+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Декабрь 2014, 14:37

Өфөлә «Башҡорт йыры» телевизион конкурсы еңеүселәре билдәләнде

ӨФӨ, 2014 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында «Башҡорт йыры» телевизион конкурсы финалсыларының, шулай уҡ башҡорт һәм татар эстрада йондоҙҙарының гала-концерты уҙҙы.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл жюри Гран-при тапшырмаҫҡа ҡарар итте. Абруйлы беренсе урынға ике башҡарыусы – Әбйәлил районынан йәш музыкант, ҡурайсы Рифмир Хөснөтдинов һәм Гнесиндар исемендәге колледжын тамамлаусы Айтуған Ғәйзуллин лайыҡ булды. Еңеүселәр туристик путевкалар менән бүләкләнде.
Быйыл телевизион проекттың ойоштороу комитетына 100-ләгән заявка килә, финалға иң яҡшы 11 башҡарыусы сыға.
«Башҡорт йыры»ның йомғаҡлау концертында шулай уҡ иң яҡшы йыл йыры билдәләнде. Быйыл тамашасылар Ришат Төхвәтуллин башҡарыуында «Һандуғас» йыры өсөн тауыш бирҙе.
«Башҡорт йыры» телевизион конкурсы – республикала иң мөһим мәҙәни ваҡиғаларҙың береһе, 2010 йылдан алып уҙғарыла. Йыл һайын ойоштороусылар гала-концертты эстрада шоуына әйләндерә. Быйыл йомғаҡлау тамашаһы Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарына арналды. Алып барыусылар тамашасыларҙы ШОС һәм БРИКС илдәренең мәҙәниәте менән таныштырҙы, программала Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаны.
«Башҡорт йыры» гала-концертының телевизион версияһын «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» тамашасылары яңы йыл төнөндә ҡарай аласаҡ.
Читайте нас: