1998 йылдан алып – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. Академия драма театрында эшләгән йылдарҙа алдынғы артистарҙың береһе була. 2002 йылда ул «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исеме менән бүләкләнә.
2008 йылдан алып Азат Йыһаншин Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында ҡуйыусы режиссер булып эшләй. 2009 йылдан алып – баш режиссер, 2012 йылдан – театрҙың художество етәксеһе. Мәҙәниәт министрлығының юлламаһы буйынса Е.Вахтангов исемендәге Дәүләт театры ҡарамағындағы Б.Щукин исемендәге Театр институтының режиссерлыҡ бүлегендә уҡый.
2014 йылдың июленән алып Салауат башҡорт драма театры директоры булып эшләй.