09:43 (UTC+5), 02 Декабря 2014

АҠШ-нан Рәсәйгә ҡайтҡан рәссам Ян Крыжевский өсөн Өфөлә бөтә шарттар булдырыласаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Совет рәссамы Ян Крыжевский Рәсәйгә ҡайтты. Аҙна дауамында ул үҙенең бәләкәй ватанына – Өфөгә килеп етәсәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтенән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, рәссам оҙаҡ ваҡыт Америка Ҡушма Штаттарында йәшәй, һуңғы йылдарҙа документтарһыҙ, йәшәүгә сараһыҙ ауыр тормош хәлендә ҡала. Билдәле рәссам, Өфөлә тыуып үҫкән Ян Крыжевскийҙың ҡыҙы атаһын тыуған иленә ҡайтарыуҙа ярҙам һорап Башҡортостан Президентына мөрәжәғәт итә.
Башҡортостан Президенты Рәсәй Федерацияһының сит ил эштәре министры Сергей Лавровҡа тейешле документтарҙы тултырыуҙа булышлыҡ итеү үтенесе менән хат яҙа. Ете-ун көндә документтар әҙер була һәм рәссам ҡабаттан тыуған еренә ҡайта ала.
- Беҙҙең өсөн был бик яҡшы яңылыҡ. Уның ҡайтыуын көтөп алдыҡ. Ысынында Яндың рәсемдәре заманына ҡарата бик ваҡытлы, ул эштәрҙе мин хәтерләйем. Улар Өфөлә Нестеров исемендәге музейҙа һәм рәссамдың шәхси күргәҙмәләрендә күрһәтергә ҡуйылды. Рәссамдың эштәре һәр саҡ көслө һәм тәрән тәьҫир ҡалдыра: Өфөнөң, республикабыҙҙың көтөлмәгән ракурстарын, тәбиғәтте, ә иң мөһиме – кешеләрҙе күреү ҡыҙыҡлы ине. Әлбиттә, Ян Юлианович иҫ киткес рәссам, ҙур оҫта. Рәсәй генә түгел, ә донъя күләмендәге оҫта, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты.
Республика башлығы шулай уҡ Өфөлә рәссам өсөн яҡшы шарттар булдырырға планлаштырыуын хәбәр итте. Уға эшләргә мөмкин буласаҡ бер нисә оҫтахананы күрһәтәсәктәр. Бынан тыш, рәссамдың Рәсәй Федерацияһы, сит ил музейҙары буйлап таралған эштәренең бер өлөшө ватанға кире ҡайтарыласаҡ. Ян Крыжевскийҙың шәхси күргәҙмәһен ойоштороу күҙаллана.
- Ян Юлиановичтың ижади тормошоноң яңы этабы уның Ватанында, Өфөлә дауам итеүен теләйбеҙ. Беҙ быға булышлыҡ итәсәкбеҙ, — тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика