15:19 (UTC+5), 01 Декабря 2014

Әминә Шафиҡова Шаляпин исемендәге Концерт залында сығыш яһаясаҡ

ӨФӨ, 2014 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 13 декабрҙә Шаляпин исемендәге Концерт залында Өфө дәүләт сәнғәт академияһының махсус фортепиано кафедраһы уҡытыусыларының концерты уҙасаҡ.
Концертта республиканың билдәле пианиносылары, халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лареаттары, шул иҫәптә БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы ректоры Әминә Әсфәндиәрова, кафедра мөдире Рөстәм Шәйхетдинов, Лев Франк, Михаил Кочуров, Сергей Дукачев, Рөстәм Ғөбәйҙуллин, Владислав Мортазин, Римма Байкиева, Светлана Кәримова, Руслан Воротников, Шәүрә Сәғитова сығыш яһаясаҡ.
Концертта «Замандар бәйләнеше: Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының махсус фортепиано кафедраһының ижади традициялары сығанаҡтарына» (төҙөүсе мөхәррир Рөстәм Шәйхетдинов) мәҡәләләр йыйынтығы күрһәтеләсәк. Китапта кафедра педагогтарының үҙ уҡытыусылары тураһында очерктары, хәтирәләре йыйылған.
- Программала күбеһенсә классиктарҙың – Шопендың, Листың һәм Рахманиновтың музыкалары яңғыраясаҡ. Тамашасылар башҡорт композиторҙарының да ҡайһы бер әҫәрҙәрен ишетәсәк, — тип хәбәр итте профессор Рөстәм Шәйхетдинов.
Концерт киске сәғәт етелә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика