ӨФӨ, 2014 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Аҡбуҙат» Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале тамамланды. Рәсми рәүештә ябыу тантанаһында Гран-при яулаусы, номинацияларҙа еңеүселәр һәм махсус бүләк отоусылар иғлан ителде.
Гран-прины – Көмөш Аҡбуҙат һынын Татьяна Скабардтың (Рәсәй, Мәскәү) бөйөк шәхес – режиссер, рәссам, актер, яҙыусы, фестивалдең абруйлы ҡунағы Шәүҡәт Абдусәлимовҡа арналған «Мәңгелек илгиҙәр» документаль фильмы яуланы.
Режиссерлыҡ эше өсөн Әмир Абдразаҡов исемендәге махсус бүләккә Татарстан Республикаһынан Илдар Матуровтың «Туфан – Туфан инде» документаль фильмы лайыҡ булды.
Фестиваль фавориттарының береһенә – Ҡырғыҙстандың тарихи драмаһы «Курманжан Датка»ҡа ике бүләк тапшырылды – «Халыҡ тарихын сағыу художестволы яҡтыртыу өсөн» һәм оператор эше өсөн Ғилван Әмиров исемендәге махсус бүләк.
Акан Сатаевтың «Жаужурек мын бала» (Ҡаҙағстан) тарихи нәфис фильмында һәм Ҡырғыстандан Руслан Акундың «Перегон» ҡыҫҡа метражлы фильмында операторҙарҙың эше иң яҡшыһы тип танылды.
Иң яҡшы режиссерлыҡ эше өсөн Мәскәү режиссерҙарының таҫмалары билдәләнде: документаль фильмдар араһында – Игорь Янчегловтың «Тирмә», ҡыҫҡа метрҙа нәфис фильмдар араһында – Анна Горояндың «Доктор», тулы метрҙа – Владимир Тумаевтың «Аҡ болан мүге» тигән эше.
«Иң яҡшы документаль фильм сценарийы өсөн» номинацияһында Ҡырғыҙстандан Тынай Ибраһимовтың «Ун өсөнсө» фильмы бүләкләнә.
Ике махсус бүләккә – тамашасы һөйөүе һәм ғаилә усағын һаҡлаусы образ өсөн Ирандан Наргиз Абъярҙың «Көҙгө сағылышы» нәфис фильмы һәм уның актрисаһы Геларе Аббаси лайыҡ булды. Болгариянан Георги-Джеки Стоевтың «Хлеба и зрелищ» фильмы «Документаль киноны үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн» дипломы менән билдәләнде.
Башҡортостан режиссерҙарының ике фильмы номинацияларҙа бүләкләнде. Иң яҡшы уйын ҡыҫҡа метражлы фильм сценарийы өсөн бүләккә Андрей Носковтың «Шәхси дело» эше, иң яҡшы документаль фильм геройы өсөн Вилүрә Иҫәндәүләтованың Белорет районы тауҙарында йәшәүсе дәрүиш хаҡында «Өй башындағы төтөн өйөрөлә әле» таҫмаһы лайыҡ булды. Шундай уҡ диплом менән Мәскәүҙән Надежда Семенованың «Бер яҡҡа билет» тигән эше билдәләнде.
Бынан тыш, фестивалдең абруйлы ҡунағы, кинооператор Мәхмүт Рафиҡов «Операторлыҡ сәнғәтенә тос өлөш индергәне өсөн» дипломы менән бүләкләнде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Аҡбуҙат» кино фестивале 11 илдән ҡатнашыусыларҙы йыйҙы. Өс фестиваль көнөндә 43 фильм күрһәтелде, шул иҫәптән конкурс программаһында 14 документаль һәм 19 уйын фильмы һәм конкурстан тыш 10 эш. Халыҡ-ара жюрины Тажикстандан режиссер һәм йәмәғәт эшмәкәре Дәүләт Худоназаров етәкләне.