12:04 (UTC+5), 28 Ноябрь 2014

Төркиәлә Халыҡ-ара Босфор кинофестивалендә Башҡортостан фильмдарын күрһәттеләр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ошо көндәрҙә Истамбулда Төркиә киноматографияһының йөҙ йыллығына арналған Халыҡ-ара Босфор кино фестивале уҙа.
Фестивалдә Башҡортостан кинематографсыларының әҫәрҙәре – Роман Пожидаевтың «Карусель» ҡыҫҡа метражлы уйын һәм Рим Шәрәфетдиновтың «Алдар һәм күк бүре» анимация фильмы күрһәтелә. Фестивалдә авторҙар Тажистандан, Саха (Яҡут) Республикаһынан, Ҡырғыҙстандан хеҙмәттәштәре, арҙаҡлы совет киноһы эшмәкәрҙәре Али Хамраев һәм Ходжакули Нарлиев менән аралаша алды.
- Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыларҙы сит илдә билдәһеҙ тиерлек Башҡортостан киноһы менән таныштырыу фильмдарҙы күрһәтеүҙең төп маҡсаты булды. Башҡортостан кинематографсыларының барыуын һәм кино күрһәтеүҙәрҙе Төркиәлә фестивалдәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүсе БДБ һәм Балтия илдәренең Кинематографсылар союзы Конфедерацияһы вице-президенты Ходжакули Нарлиев ойоштора. Конфедерация эшмәкәрлегенең өлкәһенә төрлө-төрлө саралар ойоштороу, шул иҫәптән уртаҡ проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу, Төркиәлә кино фестивалдәре уҙғарыу, уларҙа ошо илдәр вәкилдәренең һәм төшөрөлгән фильмдарҙың ҡатнашыуы инә. Конфедерацияның һәм «Башҡортостан» киностудияһының артабанғы хеҙмәттәшлек планында — Төркиә телеканалдарында һәм кинотеатрҙарында Башҡортостан фильмдарын күрһәтеү буйынса һөйләшеүҙәр, — тип хәбәр итте киностудияның матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Зөһрә Бураҡаева.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика