ӨФӨ, 2014 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөнөң Конгресс-холында рәсми рәүештә «Аҡбуҙат» Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале асылды. Республикала халыҡ-ара күләмдә тәүге тапҡыр кино фестивален уҙғарыу ҙур мәҙәни ваҡиға һәм ысын сәнғәт байрамы булып тора.
Фестивалдең ҡыҙыл балаҫы буйлап жюри ағзалары һәм абруйлы ҡунаҡтар атлап уҙҙы: фестивалде асыу тантанаһына алып барыусы сифатында саҡырылған популяр киноактриса Ольга Кабо, режиссер, ҡуйыусы рәссам Шәүҡәт Абдусәлимов, Тажикстандан режиссер һәм йәмәғәт эшмәкәре Дәүләт Худоназаров, режиссер Аҡтан Арым Кубат, кинодраматург, С.А.Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты профессоры Одельша Ағишев, Рәсәй Кинематографсылар союзы вәкилдәре, Башҡортостан мәҙәниәте эшмәкәрҙәре – актерҙар Гөлли Мөбәрәкова, Әхтәм Абушахманов, режиссер Айнур Асҡаров, үҙ фильмдарын конкурс һәм конкурстан тыш программаға тәҡдим итеүсе фестиваль номинаттары.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов тәбрикләне. Ул фестиваль логотипындағы мифик Аҡбуҙаттың киләсәктә ҡанатланыуын теләне. Вице-премьер шулай уҡ Гагариндың космостан осоп ҡайтыуын, ядро һынауҙарын һәм бик күп ғилми-популяр фильмдар төшөргән кинооператор һәм кинорежиссер Мәхмүт Рафиҡовҡа Салауат Юлаев орденын тапшырҙы.
Сәхнәнән Рәсәй мәҙәниәт министры Владимир Мединскийҙың тәбрикләү телмәрен уҡып ишеттерҙеләр. «Был иҫ киткес форум йылдың – Мәҙәниәт йылының иң сағыу ваҡиғаларының береһе һәм шуның менән бергә Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҙенсәлеге, милләт-ара дуҫлығы һәм берҙәмлеге кеүек ошондай мөһим тема хаҡында һөйләргә үҙенсәлекле мөмкинлек буласаҡ тигән ышаныстамын», — тиелә телеграмма тексында.
- Кино – ул бик ҡатмарлы эш. Күрһәткән фильм – ул һуңғы фаза. Тейешле кимәлдә булһын өсөн ғәйәт ҙур хеҙмәт талап ителә. Бөгөнгө байрамдың милли һәм этник киноның нигеҙенә әйләнеүен, бер нисә йылдан һуң Башҡортостан Республикаһының донъяла үҙе иҫ киткес кино булараҡ танылыуын теләйем, — тип билдәләне жюри рәйесе Дәүләт Худоназаров.
Кино фестивалендә ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға Башҡортостандың үҙенсәлекле мәҙәниәтен сағылдырыусы концерт ҡуйылды. Программала «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, «Сураман» этно-төркөмө, «Шатлыҡ» халыҡ балет бейеүе ансамбле ҡатнаштылар.
Кино фестивален асыу тантанаһы лазер шоуы һәм ғәйәт ҙур салют менән тамамланды.
Кино фестивалендә ҡатнашыусы картиналарҙы бушлай күрһәтәү дауам итә. Кино байрамы шәмбе, 29 ноябрҙә, Конгресс-холда тамамланасаҡ.