Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
15+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Ноябрь 2014, 17:10

«Акбуҙат» Халыҡ-ара кино фестивале тамашасыларҙы бушлай фильмдар ҡарарға саҡыра

ӨФӨ, 2014 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Иртәгә, 27 ноябрҙә, Өфөлә «Акбуҙат» Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале асыла. Фестиваль «Родина» кинотеатрында иртәнге сәғәт 9-ҙа документаль фильмдар һәм Актерҙар йортонда иртәнге сәғәт 10-да уйын фильмдары күрһәтеү менән башланасаҡ. Кисен Конгресс-холда ҡыҙыл балаҫ буйлап ҡунаҡтарҙың һәм ҡатнашыусыларҙың тантаналы йөрөшө һәм фестиваль салюты уҙасаҡ.
Фильмдарҙы өс көн дауамында күрһәтәсәктәр, инеү ирекле. Фестиваль программаһында – 11 ил фильмы, шул иҫәптән Куба, Иран, Ирак/Курдистан, Германия, Болгария, Әзербайжан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Рәсәй ҡалалары һәм төбәктәре: Мәскәү, Санкт-Петербург, Татарстан, Яҡут-Саха, Бурятия, Төньяҡ Осетия.
Кино фестивале өс йүнәлеш буйынса уҙғарыла: уйын тулы метражлы, уйын ҡыҫҡа метражлы һәм документаль фильмдар. Фестивалдең һайлап алыу турына 200-ләгән фильм тәҡдим ителә. Конкурс программаһына 33 фильм һайлап алынған, уларҙың бишәүһе Башҡортостандан. Конкурстан тыш документаль киноны күрһәтеүҙә 10 фильм ҡатнаша.
Төп бүләк — иң яҡшы фильм өсөн Гран-при — «Көмөш Аҡбуҙат» һыны. Шулай уҡ туғыҙ номинация һәм дүрт махсус бүләк булдырылған. Тамашасылар оҡшап төшкән фильмды «Тамашасылар һөйөүе призы» номинацияһында билдәләй ала.
Жюрины кинорежиссер, оператор, сценарист һәм йәмәғәт эшмәкәре Дәүләт Худоназаров (Тажикстан) етәкләйәсәк. Жюри ағзалары араһында — киносценарист Одельша Ағишев (Үзбәкстан), театр һәм кино актеры Алексей Булдаков, телевидение продюсеры, режиссер Василий Антипов (Рәсәй), кинорежиссер, сценарист, актер, продюсер Актан Арым Кубат (Ҡырғыҙстан).
Фестивалдең почетлы ҡунаҡтары — актер, рәссам, яҙыусы, режиссер Шәүҡәт Абдусәлимов, кинооператор һәм кинорежиссер Мәхмүт Рафиҡов, Рәсәй актрисаһы Ольга Кабо, Рәсәй Кинематографсылар союзының Документаль кино ассоциацияһы президенты Галина Леонтьева, актриса Гөлли Мөбәрәкова, актер һәм режиссер Олег Ханов, актер һәм БР Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Әхтәм Абушахманов.
Кино фестивале сиктәрендә 28 ноябрҙә Башҡорт дәүләт педагогия университетында Шәүҡәт Абдусәлимов менән ижади кисә уҙасаҡ. Ошо уҡ көндө «Башҡортостан» киностудияһының яңы кино төшөрөү павильоны күрһәтеләсәк. Фестиваль 29 ноябрҙә киске сәғәт алтыла Конгресс-холда ябыласаҡ.
«Акбуҙат» кино фестивале театр, музыка, хореография, һынлы сәнғәт һәм кинематография өлкәһендә иң мөһим ижади проекттарға ярҙам итеүгә Башҡортостан Республикаһы Президенты грантына уҙғарыла.
Кино фестивален ойоштороусылар: Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Өфө хакимиәте булышлығында «Башҡортостан» киностудияһы.
Кино фестиваленең тулы программаһы рәсми сайтта бирелгән.
Читайте нас: