04:48 (UTC+5), 25 Ноября 2014

Үзбәкстанда Башҡорт мәҙәниәте көндәре уҙҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкентта Башҡортостан Республикаһы көнөн байрам итеүгә арналған Башҡорт мәҙәниәте көндәре уҙҙы. Республика сәнғәтен Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары – йырсылар, БР халыҡ артистары Римма Амангилдина һәм Вәхит Хызыров, ҡурайсы, БР атҡаҙанған артисы Азат Биксурин, бейеүсе Ильяс Ҡарабулатов күрһәтте. Башҡорт әҙәбиәте вәкилдәренән сарала «Башҡортостан» гәзите журналисы, шағирә Лариса Абдуллина ҡатнашты.
Башҡорт мәҙәниәте көндәре сиктәрендәге концерт Ташкент дәүләт музыка комедияһы (оперетта) театрының Ҙур залында уҙҙы. Сара менән бер рәттән Башҡортостандың биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм милли ашамлыҡтар күргәҙмәләре үтте.
Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары шулай уҡ «Урал» һәм «Ирәндек» фольклор коллективтары өсөн ҡурайҙа уйнарға һәм бейеү хореографияһына өйрәтеү буйынса оҫталыҡ кластары ойошторҙо.
- Башҡорт мәҙәниәтенә арналған сара Ташкентта йыл һайын уҙа. Һуңғы йылдарҙа Үзбәкстанда йәшәүсе башҡорттар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ, уларҙың һаны 35 меңдән ашыу кеше тәшкил итә. Йәйен артистарыбыҙ һабантуйҙарға сыға, көҙөн Республика көнөнә, — тип хәбәр итте БР Мәҙәниәт министрлығының Төбәк-ара һәм халыҡ-ара мәҙәни хеҙмәттәшлек бүлеге начальнигы Алһыу Сирғәлина.
Сараны ойоштороусылар – Үзбәкстан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт мәҙәниәте үҙәге һәм Үзбәкстан башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика