Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Ноябрь 2014, 12:58

Баш ҡалала Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаттары менән ижад кисәһе уҙасаҡ

ӨФӨ, 2014 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Шаршамбы, 26 ноябрҙә, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Салауат Юлаев исемендәге БР Дәүләт премияһы лауреаттары менән ижад кисәһе уҙасаҡ.
Осрашыуға һуңғы йылдарҙағы төп республика премияһы лауреаттары саҡырылған. Улар араһында — 2014 йыл лауреаты, композитор, БР Музыка берләшмәһе рәйесе Нур Дауытов, 2012 йыл лауреаты, яҙыусы һәм ғалим Рәшит Шәкүр, тележурналист-тикшеренеүсе Салауат Хәмиҙуллин, 2010 йыл лауреаты, прозаик Ринат Камалов һәм фоторәссам Рәмил Килмәмәтов.
- М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттарына һәм Урта махсус музыка мәктәбе уҡыусыларына премия һәм уның арҙаҡлы лауреаттары тураһында һөйләйәсәкбеҙ. Һуңынан ҙур ҡунаҡтарыбыҙ үҙҙәре, үҙ ижадтары хаҡында бәйән итәсәк һәм йыйылғандарҙың һорауҙарына яуап бирәсәк, — тип аңлатты китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм крайҙы өйрәнеү бүлеге мөдире Айгөл Буранғолова.
Сара Ленин урамы, 4 адресы буйынса көндөҙгө сәғәт икелә башлана.
Читайте нас: