12:15 (UTC+5), 25 Ноября 2014

Баш ҡалала Айгиз Баймөхәмәтовтың етем балалар тураһында «Ҡалдырма, әсәй!» китабы нәшер ителде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөнөң «Инеш» нәшриәтендә йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» (рус теленә Гөлфирә Ғәскәрованың тәржемәһе) китабы донъя күрҙе. Былтыр «Ҡалдырма, әсәй!» китабы Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә башҡорт телендә баҫылып сыға. Бөтә тираждың ай эсендә таралыуы сәбәпле баҫманы ҡабат сығаралар.
Автобиографик повестың төп геройы – үкһеҙ етем ҡалған Ильяс. Ата-әсәләрен юғалтыу уның өсөн яңы һынауға әйләнә — ул «ҡатмарлы» балалар араһына барып эләгә. Уға иң мөһим булған мөхәббәт, яҡындарының мәрхәмәте етмәй. Уның урынына герой балалар йорто хеҙмәткәрҙәре лә, шулай уҡ тәрбиәләнеүселәре яғынан да рәхимһеҙлек менән осраша. Шул уҡ ваҡытта әҫәр оптимизм менән һуғарылған: Ильяс үҙ миҫалында дөрөҫ маҡсат ҡуйғанда күп нәмәгә өлгәшеп булыуын дәлилләй. Повесть ҙур ижтимағи сағылыш тапты.
«Был етем балаларҙың аяныслы яҙмышы, йәмғиәт яғынан йылылыҡ һәм хәстәрлектең етмәүе тураһындағы әҫәр заманса башҡорт прозаһында яңы һүҙ булды», — тип билдәләне инеш һүҙендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай.
2013 йылда китап «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы башҡорт китабы» VIII республика конкурсы еңеүселәре иҫәбендә була.
Танылған ҡәләм оҫталары – Ноғман Мусин, Рафаэль Аҙнағолов, Суфиян Поварисов, Хәсән Назар, Таңсулпан Ғарипова, Гүзәл Ситдиҡова, Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов әҫәргә юғары баһа бирҙеләр.
- Хәҙер яңы «Урам балалары» китабы өҫтөндә эшләйем, ул урамда йәшәргә мәжбүр булған балаларҙың ауыр яҙмышына арналған, — тип хәбәр итте Айгиз Баймөхәмәтов.
Яҙыусы һәм журналист Айгиз Баймөхәмәтов Белорет районының Абҙаҡ ауылында ишле ғаиләлә тыуған. Иртә етем ҡалып, Сәрмән балалар йортонда тәрбиәләнә. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай. Санкт-Петербург дәүләт политехник университетында махсус курс үтә. БР һәм РФ Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы. Силәбе өлкәһендә Башҡортостан әҙәбиәте көндәрендә, Төрки донъяһы ҡоролтайында (Трабзон ҡалаһы, Төркиә) делегат була. «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлегендә эшләй.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика