11:05 (UTC+5), 20 Ноября 2014

«Урал батыр» башҡорт эпосы әзербайжан теленә тәржемә ителгән

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Нефтекамала йәшәүсе эшҡыуар Аладдин Самедов «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын әзербайжан теленә тәржемә иткән. Бының хаҡта «Башҡортостан» гәзите журналисы Лариса Абдуллина хәбәр итә.
- «Урал батыр» мине тәүге һөйләмдән уҡ хайран ҡалдырҙы. Унда, изге китаптарҙағы кеүек, хикәйәләү быуаттар төпкөлөнән башлана, алыҫ боронғонлоҡҡа барып тоташа. Башҡорт эпосының юлдары ғәжәпләндерҙе һәм мин уны ентеклеп өйрәнә башланым. Был әҫәр – башҡорт милләтенең рухи мираҫы ғына түгел, ә бөтә кешелектең намыҫы, фәлсәфәһе, төп ҡануны, шәфҡәт өлгөһө. «Урал батыр» йәшәү мәғәнәһен һәм изгелек эшләүҙең кәрәклеген асты. Ошо иҫ китмәле китап тураһында минең халҡым да белергә тейеш, — тип иҫәпләй Аладдин Самедов.
Әлеге ваҡытта Нефтекама нәшриәттәренең береһендә китаптың сигнал экземпляры баҫылған. Аладдин Самедов шиғри тәржемә өҫтөндә эшләүен дауам итә. Ул майҙа Өфөлә, республиканың башҡа ҡалаларында һәм уның сиктәрендә уҙған «Урал батыр» флешмобында, «Башҡорт телен өйрәнәм» телевизион проектында ҡатнашты.
2015 йылда, Әҙәбиәт йылында, тәржемә авторы «Урал батыр» эпосын әзербайжан телендә күберәк данала баҫырға ниәтләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика