11:38 (UTC+5), 18 Ноября 2014

Республиканың балет труппаһы Италия ҡалалары буйлап гастролдәргә сыға

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Италия буйлап оҙайлы гастролдәргә әҙерлек бара. Турне барышында 1-23 декабрҙә балет труппаһы артистары төрлө ҡалаларҙа – Миланда (Арчимбольди театры), Местрола (Нуов театры), Сан-Ремола (Аристон театры), Венарияла (Конкордиа театры), Астила (Альфьери театры), Пескарела (Циркус театры), Варезела (Театро ди Варезе), Орвиетола (Манчинелли театры), Моденала (Микеланджело театры), Галларатела (Кондоминио театры), Триестта (Боббио театры), Гроссетола (Модерн театры), Леччела (Политеама Греко театры) һәм Чивитановала (Россини театры) 17 тамаша күрһәтәсәк. Шулай уҡ улар Швейцарияның Лугано ҡалаһында Конгрестар һарайында сығыш яһаясаҡ.
- Европа театры тамашасыларына классик репертуарҙан киң билдәле балеттар – Адольф Адандың романтик «Жизель», Петр Чайковскийҙың тылсымлы «Щелкунчик» һәм данлыҡлы «Аҡҡош күле» балеттары тәҡдим ителәсәк, — тип һөйләне театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөдире Алиса Сабирова.
Башҡорт опера һәм балет театрының балет труппаһы сит ил тамашасыларына яҡшы таныш. Алдан артистар Италияла, Испанияла, Ҡытайҙа, Португалияла, Бразилияла, АҠШ-та, Египетта, Голландияла, Латвияла уңышлы сығыш яһаны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика