ӨФӨ, 2014 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Кисәге Өфөлә Волга буйы, Урал һәм Коми Республикаһы композиторҙарының «Волга һәм Урал араһында-2014» XXVI бөтә Рәсәй музыка фестивале асылды. Фестивалдә ете республика: Башҡортостан, Татарстан, Чувашия, Марий Иле, Удмуртия, Мордовия, Коми республикалары вәкилдәренең – хәҙерге заман авторҙарының музыкаһы
яңғыраясаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында ойоштороусылар, ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар сара тураһында тәфсирләп һөйләне.