07:54 (UTC+5), 12 Ноября 2014

Баш ҡалала билдәле шағир Ғәзим Шафиҡовты иҫкә аласаҡтар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Кесе йома, 13 ноябрҙә, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм крайҙы өйрәнеү бүлегендә билдәле башҡорт шағиры Ғәзим Шафиҡовтың иҫтәлегенә арналған сара уҙасаҡ. Быйыл 1 октябрҙә республиканың әҙәби йәмәғәтселеге уның 75 йыллығын билдәләне.
Бүлек мөдире Айгөл Буранғолова хәбәр итеүенсә, яҙыусыны иҫкә алырға, уның шиғырҙарын уҡырға һәм уның тураһында хәтирәләр менән уртаҡлашырға хеҙмәттәштәре, республика Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев, берләшмә вәкилдәре Рауил Бикбаев, Флорид Бүләков, Рәшит Шәкүр, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры хеҙмәткәрҙәре, журналистар, Башҡорт дәүләт университеты студенттары йыйыласаҡ.
Шулай уҡ сараға Ғәзим Шафиҡовтың туғандары: тол ҡалған ҡатыны Роза, ҡыҙы Зөһрә, апаһы Ғәлиә саҡырылған. Әҙәби сығыштарҙан тыш ҡурайсы Роберт Юлдашев һәм йырсы Радик Динәхмәтов башҡарыуында концерт номерҙары ла буласаҡ.
Осрашыу көндөҙгө сәғәт өстә башлана.
Ғәзим Шафиҡов (1939-2009) — күренекле башҡорт шағиры, прозаик, драматург, публицист, тәржемәсе, фольклорсы. «И совесть, и жертвы эпохи» тигән китабы өсөн Ғәзим Шафиҡов Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһына лайыҡ була. БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, М.Аҡмулла, Сергей Чекмарев, Һәҙиә Дәүләтшина һәм Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика