09:19 (UTC+5), 06 Ноябрь 2014

«Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» марафоны республика буйлап тантаналы йөрөшөн тамамланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» муниципаль берәмектәр араһында мәҙәни ваҡиғалар марафоны республика буйлап үҙенең тантаналы йөрөшөн тамамлап Өфөгә ҡайтты.
Ҡала Мәҙәниәт һарайында уҙған, «Өфө — дуҫлыҡ һәм берҙәмлек ҡалаһы» профессиональ ижади коллективтар фестивале марафондың Башҡортостандың баш ҡалаһына килеүендә сағыу ваҡиғаға әйләнде. Фестивалдә үҙҙәренең профессиональ оҫталыҡтарын Рәсәйҙең 10 ҡалаһынан 13 коллектив күрһәтте.
«Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» марафоны 2014 йылдың 23 ғинуарында башланғайны. Марафондың символын – Рәсәй һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт йылы эмблемаһы менән штандартты Бөрө районы «Керәшен һыуыҡтары-2014» асыҡ эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсын тантаналы ябыуҙа алды. 11 айҙа марафон республиканың бөтә ҡалаларында һәм райондарында булды, бренд күргәҙмә йәки ваҡиғалы саралар, фестивалдәр, конкурстар, халыҡ байрамдары, акциялар, биҙәү-ҡулланма йәки һынлы сәнғәт күргәҙмәләре, флешмобтар уҙғарылды.
Өфө марафонды ҡабул иткән республиканың 63-сө нөктәһе булды. «Донъяны матурыраҡ итәйек!» девизы аҫтында Мәҙәниәт йылы штандарты Башҡортостандың баш ҡалаһында Мәҙәниәт йылын рәсми рәүештә япҡанға тиклем 22 декабргә ҡәҙәр буласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика