06:50 (UTC+5), 29 Октября 2014

«Шоңҡар» республика йәштәр журналы яҙылыу эстафетаһын уҙғара

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Йәштәр өсөн башҡорт телендә сыҡҡан «Шоңҡар» журналы «Бөтә ил менән — «Шоңҡар»ға!» эстафетаһын уҙғара. Яҙылыу кампанияһына арналған, эстафетаның шарттары буйынса тәүлек әйләнәһенә баҫмаға яҙылырға һәм уны артабан тапшырырға кәрәк, сылбырҙы өҙөргә ярамай.
Журналдың баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин эстафетаны башлап уны БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рәлиҙә Шакироваға, Бөрйән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәшит Монасиповҡа һәм шағирә Лариса Абдуллинаға тапшырҙы. Мауыҡтырғыс уйынға билдәле шағир Әхмәр Үтәбай, Милли йәштәр театры актеры Венера Камалов, бөтә республиканан яҙыусылар, журналистар, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы алып барыусылары, мәктәп уҡытыусылары, ябай ауыл халҡы ҡушылды. Улар бер-береһенә эстафетаны тапшыра, яҙылыу мәлен фотоға йәки видеоға төшөрөп уны социаль селтәрҙә урынлаштыра.
- «Шоңҡар» журналы үҙенең «Заман менән бергә атлап» тигән төп девизына эйәрергә тырыша. Шуға күрә хәҙер модала булған эстафета форматын ҡулланабыҙ. «Рухи сылбырыбыҙ» ярҙамында бер аҙна эсендә 60-70-ләгән кеше яҙылды. Был республиканың бер районы яҙылыусылары иҫәбе менән сағыштырырлыҡ бик яҡшы һөҙөмтә, — тип һөйләне баҫманың баш мөхәррире урынбаҫары Илшат Зарипов.
Акция тураһында тулыраҡ мәғлүмәт – журналдың рәсми сайтында йәки «Бәйләнештә»ге төркөмдә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика