11:50 (UTC+5), 28 Октября 2014

Сәнғәт төнөндә Рафаэль Ҡадировтың шәхси күргәҙмәһе асыласаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 3 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы Милли музейында «Сәнғәт төнө» бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә тантаналы рәүештә рәссам Рафаэль Ҡадировтың «Күңел ҡылдары» күргәҙмәһе асыласаҡ. Килеүселәрҙең иғтибарына 20-нән ашыу эш тәҡдим ителәсәк. Күргәҙмәнең асылыуы Урта махсус музыка колледжының I курс студенты, Дельфий уйындары призеры, йәш скрипкасы Анастасия Мамяшеваның сығышы менән оҙатыласаҡ.
Рафаэль Ҡадиров – башҡорт рәссамы, график, Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ рәссамы. Республика, бөтә Рәсәй һәм бөтә Союз, зона, төбәк, халыҡ-ара һәм сит ил күргәҙмәләре ҡатнашыусыһы. Ижади багажында – 30-ҙан ашыу шәхси күргәҙмә, шул иҫәптән биш сит ил күргәҙмәһе. 60-тан ашыу һүрәте РФ 15 дәүләт музейында һәм картина галереяһында һаҡлана. 150-ләгән эше – Башҡортостандың төрлө учреждениеларында һәм йөҙҙән ашыуы – Испанияла, Францияла, АҠШ-ла, Австрияла, Германияла, Израилдә, Канадала, Италияла шәхси йыйылмаларҙа.
Күргәҙмәне Өфө ҡалаһы Совет урамы, 14 адресы буйынса ҡарарға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 272-32-54.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика