16:51 (UTC+5), 27 Октября 2014

«Turkvision-2014» конкурсына һайлап алыу турында билдәле башҡорт башҡарыусылары ҡатнаша

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Кесе йома, 30 октябрҙә, Башҡорт дәүләт филармонияһында «Ҡурай» дуҫтарын йыя» шоу программаһы уҙасаҡ. Сара сиктәрендә «Ҡурай» телеканалы «Turkvision-2014» икенсе Халыҡ-ара телевизион йырҙар конкурсына һайлап алыу турын уҙғарасаҡ һәм, жюри кәңәшләшкән арала, концерт күрһәтәсәк.
Жюри составына Башҡортостан, Татарстан, Төркиә вәкилдәре инәсәк. Эксперттар – «TMB-TV» Төркиә телеканалы генераль директоры һәм «Turkvision-2014» конкурс координаторы Ислам Баһиров, «Майҙан» компанияһы генераль директоры Дамир Дәүләтшин (Ҡазан). Жюри ағзаларының исемлеге, конкурста ҡатнашыусылар улар менән бәйләнешкә инмәһен өсөн, асылмай, тип аңлатты ойоштороусылар.
- Быйыл Ҡазанда үтәсәк, «Turkvision-2014» конкурсының һайлап алыу турында ҡатнашыуға 10 заявка ҡабул ителгән. Улар араһында – билдәле башҡорт башҡарыусылары Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» төркөмө, Ян Лира, Нәркәс Сиражетдинова, «Ҡарауан» төркөмө, шулай уҡ яңыраҡ эстрадала барлыҡҡа килеүсе, әммә тамашасыларҙың һөйөүен яулап өлгөргән «ZAMAN» этно-шоу-проекты (Мәскәү), «Әс-сәләм» шоу-төркөмө, Артур Шугаюпов (Ҡазан), Руслан Тимерланов (Стәрлетамаҡ). Конкурста ҡатнашыусыларҙан Башҡортостандың тик бер генә вәкиле һайлап алынасаҡ, — тип һөйләне «Ҡурай» каналының баш мөхәррире Айгөл Әхмәҙиева.
Концертта башҡорт сәхнәһе йондоҙҙары Светлана Арғынбаева, Вәхит Хызыров, Диана Ишниязова, Марсель Ҡотоев, Вилдан Яруллин, Гүзәл Аҫылбаева, Гөлсөм Бикбулатова сығыш яһаясаҡ. Махсус ҡунаҡтар — Әзербайжан һәм Төркиә вәкилдәре.
Проект киске сәғәт етелә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика