09:41 (UTC+5), 24 Октябрь 2014

Республика делегацияһы мордва халҡының VI съезында ҡатнаша

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Башҡортостан делегацияһы Саранскиҙа (Мордовия) барған мордва (мокшан һәм эрзян) халҡының VI съезы эшендә ҡатнаша. Төбәк Мордва милли-мәҙәни үҙәктең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканан БР Дәүләт Йыйылышы депутаты, үҙәк рәйесе Юлиә Герасимова етәкселегендә алты делегат, шулай уҡ ике күҙәтеүсе барған.
Съезда ҡатнашыусыларға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡотлау телеграммаһы йүнәлткән.
- Был иҫ киткес форум, шул иҫәптән беҙҙең республика өсөн дә, мөһим ваҡиға булып тора. Башҡортостанда бөгөн мордва халҡының 20 меңдән ашыу вәкиле йәшәй. Уларҙың тыуған телен, үҙенсәлекле йолаларын һәм мәҙәниәтен һаҡлау милли сәйәсәтебеҙҙең мөһим өҫтөнлөктәренең береһе булып тора, — тиелә республика башлығы ҡотлауында.
Бөгөнгө көнгә Башҡортостанда мордва милләтенең 300-ләгән балаһы мәктәптә тыуған телен өйрәнә. Мордва милли-мәҙәни һәм тарихи-мәҙәни үҙәге уңышлы эшләп килә. 2011 йылда республикала мордва халҡының Рәсәй халыҡтары менән берҙәмләшеүенең мең йыллығына арналған Мордовия көндәре уҙҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика