05:19 (UTC+5), 21 Октября 2014

Республиканың йәш рәссамдары төбәк-ара проектта ҡатнаша

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың йәш рәссамдары, ошо көндәрҙә Һамарҙа барған, Илья Репиндың 170 йыллығына арналған төбәк-ара күргәҙмә проектында ҡатнаша.
Экспозицияла Башҡортостандан 20 рәссамдың әҫәрҙәре тәҡдим ителгән, улар араһында Рәсәй Рәссамдар союзы ағзалары һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһы, Өфө сәнғәт училищеһы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультеты студенттары.
- Күргәҙмә йәш рәссамдарҙың иғтибарын ысын һынлы рәсем мәктәбенең традицияларын һаҡлауға йәлеп итә — жанр композицияларында тыуған төйәктең тарихын, пейзаждар төшөргәндә тыуған яҡтың матурлығын асыу, портрет жанрында замандаштарҙың образдарын тыуҙырыу. Шулай уҡ проект күргәҙмә киңлегендә лә, нәфис тәнҡит даирәһендә лә йәш рәссамдарҙың эштәрен күрһәтеү мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтелгән, — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Рәссамдар союзынан.
Бөйөк рус рәссамы Илья Репиндың исеме Һамар ере менән тығыҙ бәйләнгән. Репин рәссамдар Федор Васильев, Евгений Макаров һәм үҙенең ағаһы Василий менән бергә 1870 йылда Жигулила, артабан Ширяев Буеракта йәшәй. Рәссам Һамар губернияһының Царевщина, Курумоч, Моркваши ауылдарында һәм Царев Ҡурғанында була.
Проекттың ойоштороусылары – Рәсәй Рәссамдар союзының Һамар ойошмаһы һәм В.П.Алабин исемендәге Һамар тарих-крайҙы өйрәнеү музейы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика