Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-19 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Октябрь 2014, 13:51
Өфөлә Мостай Кәримдең 95 йыллығына арналған фестиваль старт алды
ӨФӨ, 2014 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Үткән көндәрҙә Өфөлә Мостай Кәримдең һәйкәле эргәһендә Башҡортостандың халыҡ шағирының 95 йыллығына арналған төбәк-ара әҙәбиәт фестивален асыу тантанаһы уҙҙы, тип хәбәр иттеләр баш ҡаланың Ленин районы хакимиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлегенән.
- Бына инде 9 йыл Мостай Кәримһеҙ йәшәйбеҙ. Уның уйҙары, китаптары һәр саҡ беҙҙең менән. Улар беҙҙең кәңәшселәребеҙ, тормоштоң тәрән аҡыллылыҡ сығанаҡтары, улар менән гел генә эшләгән эштәребеҙҙе, пландарыбыҙҙы һәм маҡсаттарыбыҙҙы сағыштырабыҙ, — тип билдәләне үҙенең сәләмләү телмәрендә район хакимиәте етәксеһе Альбина Йосопова. — Үҫеп килгән быуындың, йәш кешеләрҙең күберәк Мостай Кәримдең үҙе һәм уның ижады тураһында белеүҙәре бик мөһим. Сөнки уның бөтә тормошо – ул барыбыҙ өсөн дә өлгө!
Митингта ҡатнашыусылар яҙыусы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлаштылар, Мостай Кәримдең үҙенең һәм уға арналған шиғырҙарҙы уҡынылар.
Сара һуңында шағирҙың һәйкәленә сәскәләр һалдылар.
Теги:
юбилейҙар
әҙәбиәт
мостай кәрим
Читайте нас