06:24 (UTC+5), 17 Октября 2014

Башҡортостанда «Шәжәрә байрамы»на йомғаҡ яһаласаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 18 октябрҙә көндөҙгө сәғәт икелә Ауырғазы районының Талбазы ауылында район Мәҙәниәт йортонда «Шәжәрә байрамы» республика халыҡ байрамының финалы уҙасаҡ.
Мәҙәниәт учреждениеһы фойеһында ғаилә династиялары конкурсының беренсе өлөшө үтәсәк. Байрам сиктәрендә Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусыларҙың шәжәрәләре һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләре ҡаралған. Мәҙәниәт йортоноң тамаша залында Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусыларҙың шәжәрәләре конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ, еңеүселәр бүләкләнәсәк.
Быйыл конкурсҡа республиканың төрлө мөйөштәренән: Баймаҡ, Белорет, Йылайыр, Салауат, Мәсетле һәм бик күп башҡа райондарҙан 41 эш ебәрелгән. Тәҡдим ителгән бөтә эштәр ҙә сағыу итеп биҙәлгән, тематик критерийҙар буйынса бүленгән, бай күрһәтмәле сығанаҡтар һәм архив документтары менән беркетелгән.
- «Шәжәрә байрамы» Башҡортостан Республикаһының бөтә территорияһында уҙа. Шәжәрә байрамын үткәреү алымдары һәм тупланған тәжрибәне дөйөмләштереү өҫтөндә ғалимдар – тарихсылар һәм социологтар кеүек, Башҡортостандың мәҙәниәт, мәғариф, әҙәбиәт, ЗАГС бүлеге, архив хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәре лә эшләй. Йыл һайын шәжәрә байрамы, ҡатнашыусыларҙың иҫәбен арттырып, республика ҡалалары, райондарының яңы ҡатламдарын һәм төркөмдәрен солғап ала, — тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика