07:47 (UTC+5), 16 Октября 2014

Владимир Спиваков һәм донъя опера сәхнәһе йондоҙҙары Өфөлә хәйриә кисәлә ҡатнаштылар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Бөтә донъяға билдәле музыкант Владимир Спиваковтың Өфөләге ике көнлөк сәфәрен хәйриә концерты тамамланы. Республиканың Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Башҡортостанда Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фонды бүлексәһе тарафынан ойошторолған сара БР Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында уҙҙы.
Халыҡ-ара хәйриә фонды президенты, үҙенең 70 йәшлек юбилейын һәм фондтың 20 йыллығын билдәләгән, Маэстро Спиваковтан тыш кисәлә почетлы ҡунаҡтар: БР хеҙмәт министры Ленара Иванова, Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов, шулай уҡ Өфөнөң һәм республиканың бизнес даирәһе вәкилдәре ҡатнашты.
- Күмәкләп ҙур изге эш эшләйбеҙ, — тип мөрәжәғәт итте сәләмләү телмәре менән кисә ҡунаҡтарына Владимир Спиваков. — Ошо көндәрҙә Салауатта музыка мәктәбен астыҡ, унда үҙенсәлекле музыка ҡоралдарын килтерҙек. Балалар музыкаға өйрәнһен өсөн күмәкләп аҡса йыйҙыҡ. Был бөйөк һәм изге эш. Балаларға һәм музыкаға вайымлы мөнәсәбәтегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт.
Фондтың йәш стипендиаттары, республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара музыка конкурстары лауреаттары Тимофей Владимиров (фортепиано), Анастасия Мамяшева (скрипка), Әмир Жалимов (домра), йәш балерина Софья Вәлиуллина ҡунаҡтарҙы үҙҙәренең сығыштары менән ҡыуандырҙылар.
Тәүге тапҡыр Өфө сәхнәһендә Мариин театры солистары Виктория Ястребова (сопрано) һәм Дмитрий Воропаевтың (тенор) тауыштары яңғыраны. Улар билдәле опера арияларын һәм дуэттарҙы башҡарҙы.
- Кисәлә булыуҙан ғәйәт ҙур эстетик ләззәт алдым, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты байрам ҡунағы — йәмәғәт эшмәкәре, «Тылсымлы Лампа» агентлығы етәксеһе Ирина Речистер. — Һәләтле балаларға ярҙам итеү бик мөһим, сөнки улар бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлендә Өфөнө һәм Башҡортостанды күрһәтә.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика