10:44 (UTC+5), 16 Октября 2014

Шишмә районында билдәле шағир Риф Тойғоновҡа һәйкәл асыласаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 24 октябрҙә Шишмә районының Урта Хәжәт ауылында билдәле башҡорт шағиры, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Риф Тойғоновҡа ҡәбер ташы асыласаҡ.
Был көндө 2014 йылдың 8 ғинуарында ваҡытһыҙ китеп барған яҙыусыға 68 йәш тулыр ине. Ҡуйы йәшел граниттан һәйкәлдә Риф Тойғоновтың портретын, уның шиғыр юлдарын һәм автографын күрергә мөмкин.
- Уның шиғырҙарында васыят кеүек яңғырарҙай юлдарҙы оҙаҡ эҙләнем. Әлбиттә, ул Башҡортостан, үҙенең халҡы тураһында яҙҙы, әммә бигерәк тә бөтә кешеләргә мөрәжәғәт иткән: «Йәшәгеҙ гел бүләк булып берегеҙгә берегеҙ, ә тормошта һәр кешене әүлиә тип белегеҙ» тигән һүҙҙәре урынлы кеүек тойолдо, — тип һөйләне шағирҙың тол ҡатыны Рәйсә Тойғонова.
Ҡәбер ташын асыуға яҙыусының туғандары, хеҙмәттәштәре, Ырымбур өлкәһенән яҡташтары йыйыласаҡ.
Риф Ғәлим улы Тойғонов 1946 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ауылында тыуған. «Совет Башкортостана» гәзитендә, Нуриман һәм Иглин райондары баҫмаларында, «Ағиҙел» журналында, Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһының нәфис тапшырыуҙары редакцияларында, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында һәм Өфөнөң «Нур» татар театрында эшләгән. 13 йыл Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләгән, 2012 йылда республиканың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе итеп һайланғайны. Бер нисә шиғри йыйынтыҡтар, пьесалар, повестар авторы. Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемдәргә эйә, Сергей Чукмарев һәм Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты.
Һәйкәлде асыу көндөҙ сәғәт 11-ҙә уҙасаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика