Музыкантҡа күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге һәм музыка сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемде биреү тураһындағы указға Рөстәм Хәмитов 12 сентябрҙә, Владимир Спиваковҡа 70 йәш тулған көндө
ҡул ҡуйҙы. Атаҡлы дирижер 1944 йылда Башҡорт АСССР-ның Черниковск ҡалаһында (хәҙер ҡала Өфөнөң составына ингән) тыуған.