Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Октябрь 2014, 10:26

Маэстро Спиваков Салауатта Йәш таланттар өсөн музыка мәктәбен асты

ӨФӨ, 2014 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Салауатта Владимир Спиваков исемендәге йәш таланттар өсөн музыка мәктәбе асылды. Рәсәйҙең халыҡ артисы үҙе асыу тантанаһында ҡатнашты. Сарала Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Салауат хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов, Салауат ҡалаһының почетлы гражданы Дамир Шәвәлиев ҡатнашты.
Мәктәп билдәле дирижер ҡарауы аҫтында эшләйәсәк. Проекттың идеяһы 2013 йылда маэстро Спиваковтың Салауат ҡалаһына «Мәскәү виртуоздары» дәүләт камера оркестры менән бергә килгәндә тыуа. Ул ваҡытта «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Дамир Шәвәлиев менән осрашыуҙа Башҡортостандың йәш таланттарына ярҙам итергә һәм яңы музыка мәктәбен асырға ҡарар ителә. Хәйриә концертында салауаттарға бирелгән вәғәҙә үтәлә. Проект йыл дауамында ғәмәлгә ашырыла.
- Алдыбыҙҙа һүҙҙәрҙә, ҡағыҙҙа түгел, ә тормошта иҫ киткес миҫал. Был ҡалала үҙҙәренең ҡалаларын ысынлап та яратҡан кешеләр булғанға мин бик шатмын, — тине Владимир Спиваков. — Башҡортостан Республикаһында һәләтле балалар бик күп, уларға тик ярҙам ҡулын һуҙырға кәрәк, бөгөн шулай ителде лә. Барыһы ла килеп сыҡты һәм беҙҙән һуң да был мәктәптең эшләйәсәгенә, күп балалар тәрбиәләүенә бик ныҡ ышанам.
Рәсәйҙең халыҡ артисы музыка мәктәбенә бүләккә яңы музыка ҡоралдары: алты скрипка һәм бер виончель тапшырҙы, быға оҡшаштар республиканың бер музыка мәктәбендә лә юҡ.
Яңы музыка мәктәбе Салауат музыка колледжының беренсе ҡатында урынлашҡан. Бер йыл эсендә бында бинаның тышына реконструкция, уҡытыу кластарына, концерт залына, хор студияһына ремонт яһалған; тулыһынса инженер селтәре һәм санузел алмаштырылған. Дөйөм алғанда 47 бүлмә ремонтланған. Колледж бинаһын реконструкциялауға 43 миллион һум тотонолған. «Ят балалар булмай» хәйриә фонды һәм «Владимиртепломонтаж» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте финанс ярҙам күрһәткәндәр.
2014 йылда Салауат музыка колледжы мәктәп төҙөүгә 10 миллион һумлыҡ президент грантына лайыҡ булды. Бөтә саралар ҙа яңы музыка ҡоралдары алыуға йүнәлтелгән. Бағыусыларҙың сараларына «Steinway» концерт рояле һатып алынған.
В.Т.Спиваков исемендәге йәш таланттар өсөн музыка мәктәбе составына 17 уҡытыу кабинеты, концерт залы, ритмика кабинеты һәм бәләкәй концерт залы инә. Алты бүлексә: фортепиано, скрипка, гитара, халыҡ музыка ҡоролдары, тынлы музыка ҡоралдары, вокал хор студияһы эшләй. Мәктәптә 7 йәштән алып 15 йәшкә тиклемге 50 бала шөғөлләнә. Дәрестәрҙе Салауат уҡытыусылары ғына түгел, шулай уҡ Өфөнән һәм Мәскәүҙән саҡырылған педагогтар ҙа алып бара.
Владимир Спиваков телекүпер ярҙамында Салауат музыканттары өсөн Мәскәүҙән оҫталыҡ кластары үткәрергә планлаштыра.
Читайте нас: