11:41 (UTC+5), 15 Октябрь 2014

Булат Йосоповтың «Визит» фильмы Рәсәй кинофестивалендә Гран-при яуланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Волгодонск ҡалаһында «Минең тыуған яҡ» ҡыҫҡа метражлы фильмдарҙың II өлкә кинофестивале тамамланды. «Башҡортостан» киностудияһының, Өфө режиссеры Булат Йосопов төшөргән, «Визит» фильмы кинофестиваль Гран-приһын яуланы һәм «Иң яҡшы уйналған фильм» тип танылды.
Өфөнөң «Тере таҫма» кинокомпанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, төрлө жанрҙарҙа һәм номинацияларҙа профессиональ кинематографсыларҙың кеүек һәүәҫкәр авторҙарҙың да 30-ҙан ашыу эше ҡатнашҡан. Фестивалде үткәреүҙә Рәсәй Кинематографсылар союзы булышлыҡ иткән, бүләкләү тантанаһында Никита Михалковтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙеләр. Фестивалдең төп бурыстары – кинематографияға иғтибарҙы йәлеп итеү, фильмдар төшөрөүселәр, тамашасылар, социаль әһәмиәткә эйә кино- һәм видеопродукцияһына заказ биреүселәр, профессиональ йәмғиәт өсөн аралашыу майҙансыҡтары булдырыу.
Жюрины РФ Кинематографсылар союзының Ростов бүлексәһе рәйесе Юрий Щербаков етәкләне. Жюри составына шулай уҡ «Ника» кино сәнғәте академияһы ағзаһы Михаил Коломенский һәм кино белгесе, «Дон-ТР» телерадиокомпанияһының кино тураһында тапшырыуҙар алып барыусыһы Елена Христо инде.
Кинофестивалде ойоштороусылар – Ростов өлкәһенең Мәҙәниәт министрлығы, «Рәсәй Федерацияһының Кинематографсылар союзы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Ростов өлкә бүлексәһе, Волгодонск ҡалаһы хакимиәте, «Көнсығыш-Дон» продюссерлыҡ үҙәге.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Визит» фильмының сюжеты ХХ быуаттың атаҡлы бейеүсеһе Рудольф Нуриев тормошонан күренештәр менән бәйле. Проект 2013 йылда БР Президенты грантын яулаған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика