12:58 (UTC+5), 24 Сентября 2014

Башҡорт драма театрының юбилейына театрҙың тарихы тураһында өс томлыҡ баҫма донъя күрәсәк

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының 95 йыллығына өс томда юбилей китабы сығарыласаҡ. Был хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһында театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов һөйләне.
Баҫманың авторы-төҙөүсеһе – билдәле сәнғәт белгесе, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Суфия Күсимова. Беренсе китап, башҡорт сәнғәтенең алтын фондына ингән, Ғафури исемендәге театр спектаклдәренә арналасаҡ. Икенсе китап театрҙың кешеләре – атаҡлы режиссерҙар, легендар актерҙар тураһында һөйләйәсәк. Өсөнсөһө фотоальбом рәүешендә эшләнәсәк. Ул театр, уның бөтә цехтарының эшмәкәрлеген, яңы постановкалар ҡуйыуҙа әүҙем ҡатнашҡандарҙы үҙ эсенә аласаҡ.
Баҫма сығарыуға әҙер. Яңы китаптың рәсми рәүештә презентацияһы 19 декабрҙә, театрҙың юбилейын билдәләгән көндә уҙасаҡ. Әммә тәүге баҫмалар Мәскәүҙә гастролдәр барышында бүләк ителәсәк.
- Башҡортостан Республикаһы Президентының гранты булғанлыҡтан киң байрам программаһын әҙерләү мөмкинлеге тыуҙы, шуға беҙ бик рәхмәтлебеҙ. Юбилей сараларына шулай уҡ телевизион тапшырыуҙар әҙерләү, китап сығарыу инә, — тип билдәләне Олег Ханов.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика