07:47 (UTC+5), 18 Сентября 2014

Нефтекама филармонияһы Рәсәй төбәктәре буйлап гастролдәргә сығырға ниәтләнә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Нефтекама дәүләт филармонияһы Ҡурған өлкәһе һәм Татарстан Республикаһы буйлап гастроль турына сығырға ниәтләнә.
3 октябрҙән алып 13-нә тиклем Ҡурған өлкәһенең Сафакүл, Әлмән һәм Шаҙры райондарында концерттар Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиллеге булышлығында уҙасаҡ. Ҡурған өлкәһенә гастролдәргә солист Раян Алтыншин етәкселегендәге «Ҡәрҙәштәр» башҡорт концерт төркөмө барасаҡ.
Филармонияның «Ҡайтауаз» татар төркөмө 30 сентябрҙә Татарстандың ҡалаларына һәм райондарына юллана. Төркөм етәксеһе Рифҡәт Ғәбделйәнов хәбәр итеүенсә, яңыраҡ ҡына артистар күрше республиканың Лениногорск, Алабуға, Яр Саллы ҡалаларында, Туҡай районында сығыш яһаған. Нефтекамаларҙы йылы ҡабул итеп ҡабат килергә саҡырып ҡалғандар.
- Хәҙер филармонияла репитициялар осоро бара. Ике концертҡа, Оло йәштәгеләр көнөнә һәм, әлбиттә, ғәҙәттәге яңы концерт миҙгелен асыуға әҙерләнәбеҙ. Асыу программаһы 25 октябргә билдәләнгән. Миҙгел рәсми рәүештә асылмаһа ла, беҙҙең концерт бригадалары эшләй. Балалар лекторийы республиканың төньяҡ-көнбайышы буйлап наркотикка ҡаршы көрәш программаһы менән йөрөй, үткән көндәрҙә филармония ҡарамағында эшләгән Балалар студияһына кескәйҙәрҙе йыйҙыҡ. Ә яҡын ваҡыт эсендә, 25 сентябрҙә, популяр солист Сулпан Ғәфүрйәнованың соло концерты уҙасаҡ, — тип һөйләне Нефтекама дәүләт филармонияһының художество етәксеһе Айбулат Рәхмәтуллин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика