05:50 (UTC+5), 17 Сентября 2014

Әхиәр Хәкимовтың премияһы уның ижадын пропагандалаусыларға тапшырылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Дәүләкән районында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың 85 йыллығына арналған тантаналар уҙҙы.
Төп сара район Мәҙәниәт һарайында үтте. Фойела яҙыусының йорт-музейы хеҙмәткәрҙәре юбилей күргәҙмәһен ойошторғайны. Байрамда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Тамара Искәндәриә, шағирә Рәсимә Ураҡсина ҡатнашты. Яҙыусылар юбиляр тураһында яҡты хәтирәләр менән уртаҡлашты.
Тантана сиктәрендә, район хакимиәте булдырған, Әхиәр Хәкимов исемендәге премияны тапшырҙылар. Ул тәнҡит һәм тәржемә номинацияларында 2014 йылдан алып биш йылға бер тапҡыр бирелә. Абруйлы конкурс комиссияһы, тикшеренеү эшмәкәрлегенең әһәмиәтен иҫәпкә алып, беренсе премияны яҙыусының тол ҡалған ҡатынына тапшырырға ҡарар итте. Лидиә Хәкимова яҙыусының әҙәби мираҫын һаҡлап ҡалыуға һәм өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән. Ҡыҙы менән бергә ул күп йылдар дауамында материалдарҙы йыйған, ҡараламаларҙы уҡыған, яҙыусының тәүге әҫәрҙәрен баҫтырыуға күп көс һалған һәм уның ижадына ҡарашты киңәйткән.
Премияның икенсе лауреаты – Гөлфирә Ғәскәрова, «Балҡантау» дубляж гәзитенең тәржемәсеһе. Ул күп йылдар буйына республика гәзиттәре һәм журналдары биттәрендә баҫылған башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәрен тәржемә итеү менән шөғөлләнә.
Байрам саралары Яңы Йәнбәк ауылында, яҙыусының исемен йөрөткән мәктәптә дауам итте. Уҡыусылар байрам ҡунаҡтарына яҙыусының әҫәрҙәре буйынса театрлаштырылған тамаша күрһәтте.
Әхиәр Хәкимовтың юбилейына арналған тантаналар Дәүләкән районында «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» марафоны программаһына инде, тип аңлаттылар район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә.
Әхиәр Хәкимов (1929-2003) – яҙыусы, шағир, тәнҡитсе, әҙәбиәтте өйрәнеүсе, тәржемәсе, уҡытыусы, Максим Горький һәм Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премиялары лауреаты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика