Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.57
-0.1
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Сентябрь 2014, 13:49

«Болоттар» заманса сәнғәт үҙәгендә заманса Иран сәнғәтенең күргәҙмәһе асылды

ӨФӨ, 2014 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөнөң «Болоттар» заманса сәнғәт үҙәгендә Ирандың заманса рәссамдарының күргәҙмәһе асылды.
Күргәҙмә, Рәсәйҙә Иран рәссамдары һәм студенттары өсөн уҙғарылған, «Тормошҡа ынтылыш» визуаль сәнғәт фестивале сиктәрендә уҙа. Унда төрлө стилдәрҙә һәм жанрҙарҙа Иран рәссамдары һәм иллюстраторҙарының 32 эше тәҡдим ителгән, улар араһында миниатюралар, орнаменттар, классик каллиграфиялар. Һынлы сәнғәт әҫәрҙәре Тегеранда конкурс барышында һайланып алынған. Конкурста ҡатнашыусылар – халыҡ-ара рәссамдар һәм иллюстраторҙар ассоциациялары ағзалары, уларҙың күбеһе эре халыҡ-ара конкурстар призерҙары.
Күргәҙмәне асыу тантанаһында Михаил Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалы ректоры Василий Бабенко, шулай уҡ Иран мәҙәниәт һәм мәғариф эшмәкәрҙәре делегацияһы – белем биреү йорттары ректорҙары, Мәҙәниәт фонды етәкселәре, рәссамдар һәм архитекторҙар ҡатнашты. Конкурс еңеүселәре дипломдар менән бүләкләнде. «Ирал» дуҫлыҡ йәмғиәте рәйесе Алиреза Ализаде «Болоттар» заманса сәнғәт үҙәге директоры Валериан Гагинға рәхмәт хатын тапшырҙы.
Был «Ирал» үҙ-ара мәҙәни эш итеү ассоциацияһы һәм М.А.Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалының уртаҡ проекты тәүгеләрҙән түгел. Һуңғы бер нисә йылда театр постановкалары, күргәҙмәләр, оҫталыҡ кластары, концерттар ойошторолған, Мостай Кәримдең шиғырҙар йыйынтығы фарсы теленә тәржемә итеп баҫтырып сығарылған.
«Тормошҡа ынтылыш» проекты халыҡ-ара мәҙәни алмашыуҙы күҙ уңында тота. Конкурстың киләһе аҙымы Рәсәй рәссамдары һәм иллюстраторҙары араһында уҙасаҡ. Һайлап алынған эштәрҙе Тегеранда һәм башҡа ҡалаларҙа күрһәтәсәктәр, ә конкурс еңеүселәре Иранға барыу һәм урындағы мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре менән танышыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. 2015 йылдың ғинуарынан алып конкурс сайтында теркәлеү башлана. Ойоштороусылар Башҡортостан рәссамдарын конкурста әүҙем ҡатнашырға саҡыра.
Иран сәнғәте күргәҙмәһе тағы ла бер аҙна, 21 сентябргә тиклем эшләйәсәк, һуңынан Мәскәүгә һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларына күсәсәк.
Берләшкән Иран-Башҡортостан проекты «Болоттар» заманса сәнғәт үҙәге өсөн ижад миҙгеленең рәсми булмаған старты булды. Яңыртылған форматтағы үҙәк ремонт тамамланғандан һуң сентябрҙең аҙағында – октябрҙең башында эшләй башлаясаҡ.
Читайте нас: