Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
07:49 (UTC+5), 11 Сентября 2014

БР Милли музейында Башҡортостандың халыҡ рәссамы Рәмил Килмәмәтовтың юбилейға арналған күргәҙмәһе асылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. БР Милли музейында Башҡортостандың халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге БР Дәүләт премияһы лауреаты, РФ һәм БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Килмәмәтовты ҡотланылар.
Музей залдарының береһендә билдәле фоторәссамдың 65 йәшенә арналған «Йылдар аша, аралар аша» персональ күргәҙмәһе ойошторолған. Күргәҙмәгә ижад осороноң төрлө йылдарында Башҡортостан райондарында һәм ҡалаларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә төшөрлгән 140 фотоэше сығарылған.
- Минең күргәҙмәлә уҙған быуат һәм бөгөнгө көн күрһәтелгән. Заман ҡапма-ҡаршылығын, кешеләрҙең элек тә, хәҙер ҙә яҡшы, матур һәм күңелле булып ҡалыуҙарын күрһәтергә теләнем. Нығыраҡ өлкән быуын кешеләрен яратам, уларҙы мин «ата-әсәйемдең быуыны» тип йөрөтәм. Улар ауырлыҡтар аша үткән, һуғышты, аслыҡты һәм һыуыҡты күргән. Өлкән быуын тураһында күберәк һөйләргә теләйем, сөнки әгәр бөгөн ошоно эшләп өлгөрмәһәк, улар китәсәк. Республика тарихы өсөн уларҙы һаҡлап ҡалдыраһы килә. Был кешеләр бөгөн дә бик матур, уларҙың һәр йыйырсығы – ул йәшәгән Заман эҙе — тип һөйләй Рәмил Килмәмәтов.
Юбилей экспозицияһында Башҡортостан һәм Рәсәй фотосәнғәтенең алтын фондына ингән «Башҡорт аттары тураһында йыр», «Һабантуй», «Миңә яҡын Ер», «Еңеү һалдаттары», «Ҡышҡай-ҡыш», «Көньяҡ Урал», «Йолаларҙы һаҡлаған ер», «Дуҫымдың күҙҙәре күргән Иран», «Боден күле өҫтөндәге фажиғә» кеүек төрлө тематик циклдарҙан торған эштәр бар.
- Фотосәнғәттә төрлө йүнәлештәр бар. Көнбайышта һәр саҡ формалы ижадты яраттылар, ә беҙҙең фотоларҙа иң мөһиме – идея һәм йөкмәтке. Мода артынан ҡыумайым, минең ижади ҡарашым: дөрөҫлөк, дөрөҫлөк һәм тағы ла бер тапҡыр дөрөҫлөк, — тип айырып әйтте Рәмил Килмәмәтов.
Юбилярҙы Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, республика райондары хакимиәттәре, БР Республика халыҡ ижады үҙәге вәкилдәре, уның хеҙмәттәштәре, дуҫтары һәм ижадын хөрмәт итеүселәр ҡотланы.
БР Милли музейында күргәҙмә октябргә тиклем эшләйәсәк, һуңынан Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетына күсәсәк, аҙаҡтан уны республиканың Благовар, Салауат, Ҡыйғы, Стәрлебаш райондары халҡы күрәсәк.
Рәмил Килмәмәтов – Республика халыҡ ижады үҙәгенең фотокинобүлек мөдире, Рәсәй Федерацияһының Фоторәссамдар союзы идараһы секретары, Рәсәй Фоторәссамдары союзының Башҡортостан бүлеге рәйесе, Башҡортостан Республикаһының Фоторәссамдар союзы идараһы рәйесе (1992-2004 йылдарҙа). Рәсәйҙә генә түгел, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә лә Башҡортостан һәм Рәсәй фотосәнғәтен үҫтереү һәм пропагандалау эшенә тос өлөш индергән. Уның автор фотокүргәҙмәләре Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Астанала, Бакула, Минскиҙа, Истамбулда, Анкарала, Каирҙа, Римдә, Парижда, Дрезденда, Берлинда, Бернда, Далянда уҙа. 1990 йылдан алып уҙғарылған, «Башҡортостан — Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт» халыҡ-ара акцияһын ойоштороусы һәм уның алмаштырғыһыҙ етәксеһе, ТӨРКСОЙ илдәре фоторәссамдарының Халыҡ-ара ижади лабораторияһында ҡатнашыусы. Бик күп миҙалдарға һәм дипломдарға эйә.
1 из 16
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика