12:16 (UTC+5), 10 Сентября 2014

«Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» марафоны Дәүләкән районына күсте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» республика марафоны символы – Мәҙәниәт йылы эмблемаһы менән штандарт Әлшәй районынан Дәүләкәнгә күсте.
Аҙна дауамында Дәүләкән районы ҡалаһында һәм ауыл биләмәләрендә байтаҡ саралар: «Йәштәр күҙлегенән донъя» йәштәрҙең үҙешмәкәр ижады фестивале, крайҙы өйрәнеү конференцияһы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың 85 йыллығына арналған тантаналар уҙғарыласаҡ.
Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, марафондың беренсе көнөндә ҡаланың үҙәк майҙанында «Көҙгө мозаика» байрамы уҙҙы. Программаға ауыл хужалығы йәрминкәһе, «Көҙ королеваһы» конкурсы, художестволы үҙешмәкәрлек концерты, төрлө оҫталыҡ кластары, шулай уҡ еңел атлетика кросы һәм шахмат буйынса турнир инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика