09:51 (UTC+5), 05 Сентября 2014

Өфөләр Хор капеллаһына нигеҙ һалыусы Таһир Сәйфуллинға һәйкәлгә аҡса йыя

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөләр күренекле дирижер һәм педагог Таһир Сәйфуллинға ҡәбер өҫтөнә ҡуйыла торған һәйкәлгә аҡса йыя. Был башланғыс менән Дәүләт академик хор капеллаһы сыҡҡан. Таһир Сәйфуллин тап уның нигеҙ һалыусыһы.
- 2014 йылдың авгусында Хор капеллаһы артистары маэстроның ҡәберенә барҙы һәм ҡәбер ташының аяныс хәлен күреп үҙ көстәре, шулай уҡ вайымлы кешеләрҙең ярҙамы менән аҡса йыйырға булды. Атап әйткәндә, Өфө сәнғәт училищеһының һәм Өфө сәнғәт академияһының хорҙа дирижерлыҡ итеү кафедраһы уҡытыусылары был тәҡдимде хуплап алды. Башҡорт дәүләт филармонияһы етәкселеге дөйөм йыйылышта шулай уҡ был башланғысты хупланы, — тип һөйләне филармонияның матбуғат секретары Лиана Сөләймәнова.
Аҡса йыйыуҙа ярҙам итергә теләүселәр хор солисы Светлана Мирғаязоваға мөрәжәғәт итә ала. Телефон һандары: 8-917-785-27-74.
Белешмә. Таһир Сәйфуллин (1932-2007) – хор дирижеры, уҡытыусы, музыкаль-йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостан һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Ул Башҡортостан Республикаһының ғына түгел, ә дөйөм Рәсәй хор сәнғәтендә үҙенең сағыу эҙен ҡалдырған. Уның исеме Рәсәйҙең хор дирижерҙары энциклопедияһына ингән.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика