11:21 (UTC+5), 03 Сентября 2014

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүселәр билдәләнде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. 2014 йылға журналистика өлкәһендә иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға 9 дәғүәсе билдәләнде.
Премия биреү буйынса комиссиянан хәбәр итеүҙәренсә, улар араһында – Мәләүез районының «Көнгәк» гәзите мөхәррире Сәйфулла Әмиров, гәзиттә баҫылған, һайлау системаһының үҫеш тарихы тураһында материалдар серияһы өсөн; Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы директоры Гөлнур Ишбулатова «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының «Юлдаш» радиоһында «Атайсал» тапшырыуҙар циклын әҙерләгәне өсөн. «Уфа-Ведомости» муниципаль бюджет учреждениеһының хеҙмәткәрҙәр коллективы премияға баш мөхәррирҙәре Галина Ишмөхәмәтованы, «Уфа» журналында баҫылған, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли мәҙәни байлығын һәм дуҫлығын, уның социаль-иҡтисади үҫешен, заманса йәмғиәттә татыулыҡ һәм берҙәмлек мәсьәләләрен яҡтыртҡан мәҡәләләре өсөн тәҡдим итә. Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеш, үҫеп килгәнде быуында илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләү мәсьәләләрен күтәргән, «Молодежная газета» гәзитендә баҫылып сыҡҡан, материалдар серияһы өсөн «Молодежная газета» редакцияһының бүлек мөдире Людмила Кашапова премияға дәғүә итә ала. Фотохәбәрсе Юрий Нестеренко замандаштар тураһында фотопубликациялар серияһы өсөн «Сельская новь» гәзите редакцияһы коллективы тарафынан тәҡдим ителә. «Утоли мои печали…» китабы өсөн «Атайсал» гәзитенең хеҙмәткәрҙәр коллективы Хәйҙәр Тапаҡовты, «Атайсал» гәзитенең (Сибай ҡалаһы) баш мөхәррирен тәҡдим итә. «Кызыл таң» редакцияһының бүлек мөдире Олег Төхвәтуллин «Шатлыгым да, сагышым да — син авыл» китабы өсөн премияға дәғүә итеүгә күрһәтелә.
«Республика Башкортостан» гәзитендә баҫылған, иҡтисад мәсьәләләре тураһында очерктар серияһы өсөн БР «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто» дәүләт унитар предприятиеһының хеҙмәткәрҙәр коллективы «Республика Башкортостан» гәзитенең иҡтисад бүлеге махсус хәбәрсеһен Ринат Фәйзрәхмановты тәҡдим итә. «Панорама Башкортостана» журналының баш мөхәррире Наил Аширов һәм баш мөхәррир урынбаҫары Галина Сәлихова «Панорама Башкортостана» журналында баҫылған республиканың иҡтисади, социаль, мәҙәни тормошо тураһында мәҡәләләр өсөн авторҙар коллективы булараҡ тәҡдим ителәләр.
Комиссия йәмәғәт ойошмаларын, хеҙмәт коллективтарын һәм айырым шәхестәрҙе 2014 йылға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителгән эштәр тураһында фекер алышыуҙа ҡатнашырға – матбуғат биттәрендә, телевидение һәм радио тапшырыуҙарында йәки хаттар аша фекерҙәр, тәҡдимдәр һәм иҫкәртмәләр әйтергә саҡыра. Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының адресы: 450076, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 10-сы ҡат, телефон-факс: (347) 276-42-66.
Конкурста ҡатнашҡан эштәргә фекер алышыу 2014 йылдың 12 сентябренә тиклем уҙғарыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика