11:50 (UTC+5), 02 Сентября 2014

Баш ҡалала иң яҡшы шәжәрә төҙөүселәрҙе асыҡланылар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә иң яҡшы шәжәрә төҙөүгә республика конкурсы уҙҙы. Шәжәрә байрамы Башҡортостан райондарының бөтә ауыл биләмәләрендә һәм ҡалаларында йыл һайын уҙғарыла.
Конкурстың маҡсаты һәм бурысы – халыҡта үҙ ырыуы, халҡы, тыуған төйәге тарихына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу; ғилми-тикшеренеү, крайҙы өйрәнеү, этнография йүнәлешендәге эшмәкәрлекте киңәйтеү; йәш быуынды тикшеренеү һәм ғилми эшкә йәлеп итеү; илһөйәрлек һәм Ватаныбыҙҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү.
Конкурсҡа 41 эш тәҡдим ителде, тип хәбәр итә Республика халыҡ ижады үҙәге. Бөтә шәжәрәләр ҙә бай документаль һәм күрһәтмәле сығанаҡтар менән иҫбатланған.
Жюри составына Башҡортостандың билдәле фән эшмәкәрҙәре: БР Үҙәк дәүләт тарихи архивтың бүлек начальнигы Зөфәр Ғәтиәтуллин, БР Фәндәр академияһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының Шәжәрәләр үҙәге мөдире Рәфил Асылғужин, БР Фәндәр академияһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының бүлек мөдире Юлдаш Йосопов, Башҡорт дәүләт университетының Рәсәй тарихы кафедраһы доценты Марат Зөлҡәрнәев, Ауырғазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Риф Вәлиев инделәр.
Конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы 18 октябрҙә Ауырғазы районында «Шәжәрә байрамы» республика халыҡ ижады байрамында үтәсәк.
Конкурстың ойоштороусылары – БР Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика