10:54 (UTC+5), 26 Августа 2014

Ринат Камалдың «Кеше драмаhы» - ул илебеҙҙең тарихы

Алик Шакиров
Билдәле башҡорт яҙыусыһы-прозаик, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Ринат Камалдың 60 йәшлек юбилейына «Китап» нәшриәтендә уның «Кеше драмаhы» тигән яңы китабы донъя күрҙе.
Йыйынтыҡҡа Ҡотлояр-Бәхтиәр серияһынан «Талаҡ!», «Шаңдау», «Беләҙекүл» социаль-көнкүреш һәм психологик романдар ингән. Ул Мәғҙән ауылы халҡының – ХХ быуаттың уртаһында туғанлашҡан Ҡотлояров һәм Бәхтийәров династияларының ҡайғылы һәм ғибрәтле тарихы. Был ауыл халҡының яҙмышында бөтә ил тарихы сағылыш тапҡан, уларҙан революционерҙар һәм расколсылар, уҡытыусылар һәм аҙып-туҙып йөрөүселәр, игенселәр һәм ауыл ҡулланыусылар кооперацияһы хеҙмәтсәндәре сыҡҡан. Дөйөм алғанда Ҡотлоярҙарҙың һәм Бәхтиәрҙәрҙең тормош тарихы – ул Ватаныбыҙҙың тарихы, ул кешеләрҙең ҙур драмаһы. Автор үҙе билдәләүенсә, был серия өҫтөндә эш әле тамамланмаған, һәм киләсәктә ул үҙенең уҡыусыларын Ҡотлояров һәм Бәхтиәров тарихының дауамы менән ҡыуандырасаҡ.
Китап башҡорт телендә баҫылған, уны «Китап» нәшриәтенең фирма магазиндарында һатып алырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика