12:41 (UTC+5), 25 Август 2014

Мәҙәниәт министрлығы 2015 йылға Башҡортостан Президенты грантына дәғүә итеүгә конкурс башланыуы тураһында иғлан итә

Эльмира Сабирова
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы 2015 йылға мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ижади проекттарға ярҙам итеү маҡсатында республика Президенты гранттарына дәғүә итеүгә конкурс иғлан итте.
Заявка документацияһын төҙөү һәм биреү тәртибе ведомствоның сайтында баҫылған.
Грант алыуға һәр дәғүә итеүсе шәхси рәүештә йәки ижади йәки ғилми коллектив составында конкурста ҡатнашыуға бер генә заявка биреүгә хоҡуҡлы.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, бөтә конкурс материалдары 2014 йылдың 1 сентябренән алып 1 ноябренә тиклем БР Мәҙәниәт министрлығының канцелярияһына тапшырылырға тейеш.
Гранттар музыкаль, театр, педагогик, хореографик һәм һынлы сәнғәт, кинематография, архитектура һәм дизайн, музей һәм китапхана эше, художество кәсептәре һәм һөнәрҙәре, халыҡ ижады өлкәһендә мәҙәни ҡиммәттәрҙе булдырыу, һаҡлау, арттырыу, таратыу һәм үҙләштереү, шулай уҡ төбәктең мәҙәниәт потенциалын һаҡлау һәм үҫтереү ниәтендә булдырылған.
Йыл һайын мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә 100 мең һум күләмендә БР Президенты гранты менән 25 кеше бүләкләнә. Шулай уҡ биш ижади коллектив 300 меңәр һум ала.
Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн (347) 280-87-66 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика